Һуңғы арала теге мең тапҡыр бер үк киноны ҡарағандай бер төрлө төш күрә егерме биш йәшлек Зөбәржәт. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫлө матур милли кейемдә атта саба(теге “Ете ҡыҙ” ҙағы бейеүсе һомғол ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ), ҡупшы ғына итеп үрелгән ауыр ҡара толомдарының осонда көмөш тәңкәләр ихлас сыңлай, ул бәхеттең етенсе күгендә, шул хәтлем шат, үҙе лә аңламай нимәгәлер кинәнеп алсаҡ көлә… (Инде тарихҡа әйләнгән үткән заманмы был, әллә теңкәһенә тейгән бөгөнгөмө?) Һәм ул һис кенә лә бер үҙе түгел, (Я Раббым төштәрендә булһа ла ул яңғыҙ түгел)… Артынан … кем?… Шулай уҡ милли кейем кейгән егет саба ахыры … Тик йөҙөн генә сырамытмай, нисек кенә тырышһа ла төҫмөрләй алмай… Йөҙө була торған ерҙә томан. Бына егет яҡыная, йөҙө асылғандай төҫлө шул мәл Зөбәржәт уяна ла ҡуя ҡәһәрең! Бер тапҡыр ғына түгел, инде әллә нисә тапҡыр шулай һаташыуы уны ҡурҡыта, аптырата, көндәр буйы шуны уйлап тик йөрөй… Төшөндә бөтә нәмәне асыҡ күрә, һуҙылып киткән ҡайынлы урман сите, йәшел хәтфә үлән, арыраҡ тауға олғашҡан тауҙар, ә ҡояшы шундай сағыу, ә күктәр шундай зәңгәр… Бер шағир әйтмешләй, ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек… Ә ул балитәкле оҙон ҡыҙыл күлдәктә, нағышлы ҡара елән,( шул хәтлем килешә уға был кейем), ә атта ҡалай оҫта ултыра, әйтерһең дә ул ат менән бер бер бөтөн… Ел ыңғайына толомдары артҡа оса, итәктәре елберләй. Ниңә был төш ҡабатлана икән йыш? Бына шуны һис кенә лә аңлай алмай. Ә ниңә артынан сапҡан егеттең йөҙөн күрмәй һуң… Был төш уны сығырынан сығарҙы, хатта йоҡларға ла ҡурҡа башланы.
Берәй егет менән осрашырға кәрәктер ул һиңә, ҡасандан бирле яңғыҙһың…
Шулай тигән булды әйләнгән һайын егет алмаштырған әхирәте. Ысынлап та эш шундамы икән, йәшерәк саҡтарҙа, студент ҡына булған мәлдәрҙә бер-ике егет менән осраштырғылағайны. Һуңынан бының ҡыҙығы бөттө. Ҡыҙығынан бигерәк, тормошонда быға урын ҡалманы. Ул башкөллө эшкә сумды, аҡса эшләргә кәрәк ине, кинәт кенә әсәһен 3 бала менән ҡалдырып атаһы ваҡытһыҙ мәрхүм булып ҡуйғас… Ниндәй егет ҡайғыһы ти, әсәһе яратҡан ирен юғалткас, ҡара шәүләгә әйләнде… Зөбәржәткә ике һеңлеһенә, ете йәшлек Әсмәгә һәм ун йәшлек Гөләмзәгә атай ҙа әсәй ҙә булырға тура килде. Тиҫтерҙәре ғишыҡ утында янғанда, ул иркәләрен нисек аяҡҡа баҫтырырға икән тип баш ватты. Артынан йөрөмәнеләр түгел, йөрөнөләр. Ләкин атаһы үлгәндән бирле, тәҙрә мөйөшөндә бер нөктәгә төбәлеп ултырған ҡәҙерле кешеһен күрһә, йөрәге ярылырҙай ине…
Ә бөгөн иртән әсәһе сыҡҡан да йорттан юҡ булған. Ҡото осҡан ун йәшлек Әсмә шылтыратты. Ҡаланан бар эшен ташлап, ауылға сапты “пятнашкаһында”. Юл ыңгайы ауылдаштарына шылтыратты. Арғы оҫта йәшәгән Хәмит бабай йылға буйында берәү йөрөй ине, әсәйең булманы микән тигәйне ҡойолдо ла төштө. Машинаһының тиҙлеге шәп ине, саҡ юлдан османы. Шулай ҙа насар уйҙы ҡыуып, үҙен ҡулға алырға тырышты. Булырға мөмкин түгел! Әсәһе ундайҙарҙан түгел! Нисек инде өс балаһын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз өс ҡыҙын ташлап… Юҡ, юҡ ирһеҙ ҡалдым тип кенә ул аҙымға бармаҫ та…
Төп юлдан ауылға кереп тә тормайынса, ул текә ярлы йылға яғына елдерҙе. Тик һуң ғына булмаһын, ошо арала былай ҙа эсе бошоп йонсотто, әллә бер төрлө бер ниндәй үҙгәрешһеҙ көндәлек ялҡыттыммы, әллә ысынлап та әхирәте әйтмешләй яңгыҙлығы алҡымына төштөмө, аңҡы тиңке булып тик йөрөнө.
Ни өсөн әсәһе әҙерәк балаларын уйламай икән, хатта асыуы ҡабарғандай тоя, был хистәренән уға оят та, әммә атайһыҙ уларға ла бит еңелдән түгел, әмма ҡалай булһа ла тормош дауам итә …
Шул уйҙар менән ул яр буйына килеп туҡтаны. Ҡарашы менән яр буйын, туғайҙы байҡаны… Бейек ярҙың янына яҡыныраҡ килде, ипләп кенә аҫҡа күҙ һалырға ине иҫәбе. Шул мәл аяҡ аҫтындағы ерҙең убыла башлауын һиҙҙе, ах, иҫәр, шулай яр ситенә яҡын киләләрме… Был ерҙә тәрән тиҙәр ине, йөҙөүен йөҙә белә лә ул… Ул ярҙағы үләнгә тотоноп маташты, әммә уларҙы ла һыпырылып аҫҡа устары аҫтында таралды… хатта ҡысҡырырға ла өлгөрмәне, шап итеп һыу өҫтөнә килеп төшөп төпкә китте…
Ирхан ошо йәй эсендә бар республиканы урап сыҡҡандыр… Күбә эсендә энә эҙләүгә тиң булһа ла, төштәренә кереп яфалаған аҡланды( яфалаған тип әйтеү дөрөҫмө икән?) табыу ниндәйҙер идея фиксҡа әйләнде. Ә бит ундай урындың булмауы ла мөмкин. Ләкин ни өсөндөр шундай яландың барлығына бар күңеле менән ышана ине. Ул хатта шул төшөндә күргән уратып алған ағастар ҡамауында йәшенеп кенә йәйрәп ятҡан ул сәскәле аҡланды альбом битенә күсерҙе, ҡасандыр әсәһе көсләп тигәндәй йөрөткән рәссам дәрестәре бушҡа булмаған тимәк. Төрлө бәйләнеш селтәрендәге төркөмдәргә, чаттарға һалды. Был төштөң ысынбар булыуына һис тә шикләнмәүенә үҙе лә аптырай. Шунан бер көн уның менән бәйләнешкә бер үҫмер сыҡты. Һәм фото ебәрҙе. Ирхан төшөндәге аҡландың ул фотолағы аҡлан менән бер үк икәнлеген шунда уҡ таныны. Ни өсөн эҙләгәнен ул хатта аңғармай. Тик ниндәйҙер көс уның менән идара иткәндәй. Ул көскә ҡаршы барырлыҡ түгел. Был төш уға ниндәйҙер бер мөһим нимә төшөндөрөргә теләгәндәй. Тик нимә? Ярай үҙенә баш үҙенә түш, фрилансер-программист булғас эшен ер шарының теләһә ниндәй еренән башҡара ала. Шуға күптән эҙләгән урындың фотоһын алғас, ҡайҙа икәнлеген белешкәс, шул көн үк юлға сыҡты. Унан алда ул тағы бер төш күрҙе: ул аҡланда хәҙер яңғыҙ түгел, ә ҡыҙ менән. Икеһе лә милли башҡорт кейемендә, тик бына ҡыҙҙың йөҙөн күрмәй…Был ни ғиллә? Ул хатта төш китабынан да был төштөң мәғәнәһен эҙләне. Әммә яуаптар уны ҡәнәғәтләндермәне.
Ниһәйәт, төшө ысынбарлыҡҡа әйләнә торған көнө бөгөн. Өфөнән сағыштырмаса йыраҡ та түгел, өс сәғәт һәм бына ул аҡлан урынлашҡан ауыл ситендә йылға буйында. Юҡ, тәбиғәт ҡосағында рәхәт шулай ҙа. Ә һауаһы, ара-тирә ҡоштар һайрауы ғына бүлгән тынлығы… “Ауыл тирәһенә күсергәме әллә?” Был хаҡта уйларға кәрәк әле.
Ул салбарын тубыҡҡа тиклем бөкләне, аяҡ кейемен дә сисмәй( сандалийҙы сисмәһәңдә була инде) һыуға төштө. Һалҡын ғына шулай ҙа, әммә рәхәт. Табаны янында шунда ваҡ себәрә өйөрөлә башланы. Уларҙы бер аҙ күҙәтеп торҙо. Ул ипләп кенә табанын һелкте, ваҡ балыҡтар тирә яҡҡа йылп итеп таралды. Эйелеп ҡулдарына һыу усланы ла битенә һирпте. Көнө буйы йыйып кигән эҫелек йөҙөнән ниһайәт китте. Футболкаһын күтәреп битен, ҡулын һөрткәс, һыуҙан сыҡты ла тирә-яҡты байҡай-байҡай яр буйынан һалмаҡ ҡына атланы. Йылғаның бер яры уғата бейек. Аҫтан ҡурҡыныс ҡына күренә. Хоҙай ҡушмаһын унан ҡолап төшөргә. Ҡырсынташ менән ҡапланған йылға буйында ниндәйҙер ҡороған ағас ятҡанын күрҙе һәм шунда барып ултырҙы Ирхан. Ул эҙләгән урын ҡайҙалыр ошо тирәлә. Теге егет байтаҡ ҡына фотолар ебәргәйне. Бушҡа түгел инде. Егет көлөмһөрәп ҡуйҙы. Йәштәр отҡор хәҙер, һәр нәмәне аҡсаға әйләндерергә генә торалар. Шул мәл һыуға нимәлер осоп төшкән һымаҡ тауыш яр буйындағы кинәнгес тынлыҡты боҙҙо. Тертләп Ирхан һикереп торҙо хатта. Тауыш сыҡҡан яҡҡа ялтанды. Эйе, кемдер бейек ярҙан осоп төштө ахыры, ул бер мәл уйлап та тормайынса һил генә ағып ятҡан ағымдан кемдер уны борсоғанға ярһыған төҫлө асыулы тулҡын менән тулған йылғаға һикерҙе.